Йәш быуынға биреү, бағышлау.
Хөрмәтле коллегалар! Мин, Нәзирә Шәйхислам ҡыҙы Ишкилдина, кескәйҙәргә башҡорт телен өйрәнеүҙә булышлыҡ итәм. Шул айҡанлы, туған телде өйрәнеү буйынса "Мин башҡортса һөйләшәм" тигән түңәрәк алып барам. Дәрес аҙнаһына 2 тапҡыр өлкәндәр һәм мәктәпкә әҙерлек төркөмөндә "Осҡон" программаһы буйынса үткәрелә. Кескәйҙәрҙе телде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһындырыу өсөн төрлө дидактик, бармаҡ, хәрәкәтле уйындар уйнатам, башҡорт өндәрен автоматлаштырыу өсөн артикуляцион күнегеүҙәр, телтөҙәткестәр ҡулланам, тағы ла ауыҙ - тел ижадына ҙур иғтибар бүләм, төркөмдә мобиль мини - музей ойошторам, йә булмаһа район тарих - тыуған яҡты өйрәнеү музейына, район китапханаһына, музыка мәктәбенә, район мәҙәниәт һарайына экскурсияға барабыҙ.
Район китапханаһы "Ете аҙым" марафонына ҡушылып "Зәйнәб Биишева" исемендәге балалар баҡсаһының"Йәйғор" төркөмө балалары өсөн башҡорт теле уҡытыусыһы Н. Ишкилдина менән берлектә әҙәби дәрес үткәрҙе. Балалар бөйөк мәғрифәтсе, алдыңғы фекер эйәһе Мифтахетдин Аҡмулла ижадына арналған күргәҙмә менән танышты, башҡорт телен данлап шиғырҙар һөйләне.





