Ҡәҙерле балалар!

       Халҡыбыҙҙың туған телен, тарихын, ата - баба йолаларын, ғөрөф - ғәҙәттәрен  һаҡлайыҡ.

                                                    Үҙ илебеҙгә, телебеҙгә, ырыуыбыҙға тоғро булайыҡ!

Дорогие дети!  Не забывайте свой родной язык, историю своего народа сохраняйте самые яркие и прекрасные обычаи, традиции своих предков. Любите, берегите их! Будьте патриотами своей Родины!

#Башҡортйылы#Минбашҡортсаһөйләшәм#

                                       Башҡорт халыҡ мәҡәлдәрҽнә, әйтемдәренә, әкиәттәренә төшөрөлгән һүрәттәр конкурсы.

 Етәксҽһҽ Ишкилдина Нәзирә Шәйхислам ҡыҙы, башҡорт тҽлҽ уҡытыусыһы
                                                                                                            

                                                                                    Байбулатова Нәркәс ,"Тҽл-бҽлҽм асҡысы " 

                                                                                       

##Һаумыһаумыәкиәт  Самира Ишбаева 

                   

                                                            "Урал батыр" Азаматова Зарина 

           

 

        "Минҽң әкиәт" башҡорт теле көнөнә арналған республика  конкурсына ата- әсәләр менән берлектә яҙылған әкиәттәр               
                                  (творческая работа дошкольников по художественной литературе (подготовительная группаа) 

###Минҽң әкиәт
### Башҡорт тҽлҽ көнө
### Мин башҡортса һөйләшәм

                                           
                                              Фәсхҽтдинов Артур, 6 йәш" Әкиәт урманы."

                                                                                                    

 

Бҽҙҙҽң заманда әкиәтле урманында, хайуандар илендә булған хәл. Ҡышҡы матур көндә, урман буйлап йүгҽрҽк ҡуян үтеп барышлай, күңелһеҙ генә торған шыршыҡайҙы күреп, уның күңелен күрергә булған.
Матур шыршы ботаҡтарына матур миләш тәлгәштәрҽ элгән һәм артабан йугергән.Кыҙыл миләш тәлгәштәрҽ заманса биҙәүҽс уттарҙан бҽр ҙә ҡалышмай, әллә ҡайҙан баҙлап янып ултыра, ти.
Башҡа урман йәнлектәре лә шыршыҡайҙың күңелһеҙлеген күреп, уны төрлө уйынсыҡтар менән биҙәгәндәр, заманса шыршыларҙан ҡалышмай, байрамға әҙҽрлҽк барған.Шыршыҡайҙың да кәйҽфҽ күтәрҽлҽп киткән ти.
Яңы йыл кисәһендә үҙҙәре биҙәгән шыршыҡайҙың хәлҽн бҽлергә үрман йәнлҽктәрҽ йыйылған һәм бик матур күңелле байрам ойошторғандар.
Шулай итеп, Яңы йыл байрамын үҙҙәрҽнсә замансаға яраҡлаштырып ойоштороп, күңҽл асҡандар, ти.

 

 

                                 

 

           

                                                                                                                                                                                                                                       Әхмәтйәнова Айлина, 6 йәш "Айыухан кәңәштәре".

                                                                               
Борон-борон заманда ҡара урманда йәшәгәндәр, ти айыу, бүре,төлкө, ҡуян. Улар йәй буйы бик күңелле йәшәгәндәр ти. Һыуыҡ ҡышта килеп еткән. Айыу йәйгеһен бүрегә “Әйҙә һиңә өй һалайыҡ, йылы ла йәшәрһең ”- тигән.Ә бүре: “Юҡ, мин бер ҡыр кәзәһе артынан баҫтырһам йылынам. Миңә өй кәрәкмәй” - тигән тей. Шунан, айыу был һүҙҙәрҙе төлкөгә лә әйткән : « Әйҙә төлкө һиңә өй һалайыҡ, мин ағас йығырмын » - тигән. Ә төлкө уға яуап итеп «Юҡ миңә өй кәрәкмәй, минең туным йылы, ҡойроғомдо ябынамда ағас төбөнә дә ятам.» - тигән ти. Аптырағас айыу үҙенең теләген ҡуянға әйткән.Ҡуян да айыуҙың ярҙамынан баш тартҡан ти.
Ул:,, Юуууҡ, мине бүре, төлкө баҫтырһа йүгереп йылынам,,- тигән.
Бына оҙаҡ көттөрмәй ҡыш та еткән, һыуыҡ көндәр башланған.Ә айыу үҙенең йылы өңөндә, йылы ла рәхәтләнеп ята тей.
Бер ваҡыт ишек тә ҡаты туҡылдатыу ишетелә, сығып ҡараһа, дер ҡалтырап бүре тора ти.

 - " Айыу ағай, өшөттөрҙө бит әле, индер инде өйөңә " тип үтенә ,,ти.

Айыу:  "Мин һиңә йәй көнө әйттем, өй һалайыҡ тип,тыңламаның" - тигән дә өйөнә саҡырған.

  Бер ваҡыт айыу менән бүре йоҡлап ятһалар, тағы ла ишектә шаҡылдатыу ишетәләр . Айыу сығып ҡараһа, төлкө килгән ти.

- "Айыу ағай ишегеңде ас әле, тышта һыуыҡ, өшөттөрҙө" - тигән, хәйләкәр генә тауыш менән, үҙен йәлләтеп.

Айыу:" Ә Төлкөбикә, һинме? Һин бит йылы туныңа ышанып өйҙән баш тарттың "- тигән.

Ә хәйләкәр төлкө,  ғәйебен таныған булып,үҙен йәлләтеп: "Эйе шул Айыу ағай,мин яңғылышҡанмын. Индер инде, зинһар" -тип үтенгән ти.  Айыу "Улай хатаңды танығас, әйҙә ин"- тигән ти.
Айыу ҡышҡылыҡҡа тип, йыйған балы менән сәй эсергә саҡырған. Шул ваҡыт ишекте барабан тауышы сығарып туҡылдата башлағандар. Айыу сығып ҡараһа, дер ҡалтырап ҡуян тора, ти. Уның тештәре тешкә теймәй:,, Айыу ағай, өшөттөрҙө бит, быйыл ҡыш бигерәк һыуыҡ килде тигән.Айыу йәлләп уны ла индергән, сәй эсергә саҡырған.
Йәнлектәр сәй эсеп, йылынып алғас, айыу тағы һүҙ башлаған:" Быйыл йәлләп индерҙем, тик йәй еткәс үҙегеҙгә өй һалаһығыҙ,"- тигән, асыуланып.
Оҙаҡ көттөрмәй, йәй ҙә килеп еткән. Бүре, төлкө, ҡуян өй һалырға тотонғандар,ти. Айыу ағас йыҡҡан, тегеләр ташып өй һалғандар. Бүрегә ҙурыраҡ, ә төлкө менән ҡуянға бәләкәйерәк итеп. Ҡышҡылыҡҡа аҙыҡ, утын әҙерләгәндәр ,ти.
Бына Яңы йыл байрамы ла еткән.Улар бергәләшеп, шыршы ултыртып, заманса биҙәгәндәр. Айыу ағайҙы ҡунаҡ иткәндәр. Уға рәхмәттәр уҡый-уҡый, үҙҙәренң йылы өйөндә рәхәтләнеп ҡыш сыҡҡандар.
Бына шулай, изгелек ерҙә ятып ҡалмай.

                                                  Казбанов Ильмир, 6 йәш, "Балалар шатлығы"

                                                             

 Беҙҙең заманда йәшәгән ти, ике малай. Ҙур малайҙың исеме Айҙар, ә кесеһенеке Айнур исемле була.Малайҙар бик ныҡ ҡыш миҙгелен яратҡандар ,ти. Ҡыш көнө улар бигерәктә саф һауала Ҡар бабай яһарға, сана шыуырға, саңғыла йөрөргә әүәҫ булғандар. "Буран" ,- тигән эттәре менән уйнағандар. Шулай бер көндө епшек ҡар яуғас улар ишек алдында Ҡар бабай әүәләп ултыртҡандар.Яңы йыл байрамын түҙемһеҙләнеп көтөп, Ҡыш бабайға бүләк һорап хатта яҙып һалғандар, ти. Бер көндө аталары урмандан шыршы алып ҡайтҡан. Малайҙар ҡыуанышып, шыршыны бик матур итеп биҙәп тә ултыртҡандар, ти. Шыршының емелдәп янған төрлө уттары бөтә өй эсен шатлыҡҡа күмгән. Ниһайәт , түҙемһеҙләнеп көтөп алған Яңы йыл байрамы ла килеп еткән. Айнур менән Айҙар Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙан, бүләккә - кеҫә телефоны,планшет алып бик ҡыуанғандар. «Бына шулай тылсымлы байрам ул Яңы йыл! Донъяла мөхжизә бар ул, тик ышаныр ғына кәрәк” –ти Айҙар менән Айнур.
                                                     

                                                            Сәйфетдинов Тимур, :6 йәш.,"Сҽрлҽ төш".

                                                                      
Бәләкәй генә бер ауылда, әсәһе менән Вадим тигән малай йәшәгән ти.Улар ҙур булмаған өйҙә урта хәлле генә йәшәгәндәр . Әсә кеше балаһы бер мохтажлыҡта кисермәһен өсөн ҡулынан килгәнен барыһында эшләп, көнө-төнө тир түккән. Көндөҙ - бер бай ғаиләһендә иҙән йыуыусы булып эшләгән,ә төндәрен кешеләргә кейем теккән.
Ә Вадим әсәһенә бер нисек тә ярҙам итмәгән.Ул ялҡау булып үҫкән, гел телефонда уйын уйнап ултырған, насар уҡыған, уға һәр ваҡыт күршеләре лә зарланыр булған.
Бөтә кеше: «Нисек инде һәйбәт ҡатындың улы насар була икән?» -тип аптырағандар ти.
Шулай бер ваҡыт әсә кеше бик ҡаты каранавирус менән ауырып китә, урынынан да тора алмай ята. Ул үҙенең улы өсөн бик ныҡ ҡайғырған ти. «Хәҙер нимә эшләр инде, кем ашарына бешерер » - инде тип уйлаған.
Улы ла әсәһенең ауырығанына ныҡ борсолған,- ти. Бер ваҡыт төндә ул бик ҡурҡыныс төш күрә. Уның төшөнә сәйер бер ҡарт инә һәм «Һинең әсәйең шәбәйәсәк, тик уның өсөн һиңә яҡшы яҡҡа үҙгәрер кәрәк: әсәйеңде яратырға, ә башҡаларҙың хеҙмәтен ихтирам итергә » - тигән.
Иртәнсәк Вадим уянғас, төшөн иҫенә төшөрә. Ул тиҙ генә һикереп тора ла йыуынып, зарядка эшләп ала. Әсәһе ятҡан бүлмәне инеп ҡарай,ул әле йоҡлаған була.Ә өйҙә һыуыҡ ине.Малай утын алып инә һәм мейесте яғып ебәрергә була, тик утты тоҡандыра алмай. Ул бер мөйөшкә барып ултыра ла илай башлай.Уның мышнаған тауышын ишетеп, мөйөштәге тишектән бер сысҡан килеп сыға һәм кеше тауышы менән өндәшә. Вадим аптырап китә, был тағы ла төш тип уйлай һәм үҙен семетеп ала. Тик был төш түгел ине...
Сысҡанҡай Вадимды тынысландырып, мейес яғырға өйрәткән. “ Мин гел һинең әсәйеңдең көйләй- көйләй нисек мейес яғыуын күҙәттем” –тигән. Шулай итеп икәү бергә мейесте яғып өйҙө йылыталар. Бер ваҡыт Вадимдың ашағыһы килә башлай, тик ул бер нәмә лә бешерә белмәй.Был юлы ла уға ярҙамға Сысҡан килә. Бергәләшеп бик тәмле бутҡа бешерәләр. Вадим үҙе бешергән бутҡа менән әсәһен һыйлай. Әсәһе уға рәхмәт әйтә, тик урынынан торорға һаман да хәле булмай. Ял көнө булғас Вадим мәктәпкә бармай, өйҙәге эштәр менән булыша. Өйҙә һыу юҡлығын күреп ҡала һәм тиҙ генә кейенеп сығып ҡотоҡтан һыу алып инә: гөлдөргә һыу ҡоя, саңдарҙы һөртә, һауыт – һабаны, иҙәнде йыуа, дәресен әҙерләй.Шулай эш менән булышып кис еткәнен һиҙмәй ҙә ҡала, телевизорҙан йәнһүрәт ҡарарға, телефонда уйын уйнарға ла онотоп йоҡлап киткән , ти.
Ә иртәнсәк уны әсәһенең яғымлы,наҙлы тауышы иркәләп уята. Был тауышты ул шул тиклем һағынған ине. Ул һикереп тороп әсәһен ҡосаҡлап, уны ни тиклем яратыуын белдерә. Ошо көндән башлап әсәле - уллы бергә татыу булып, бер-береһенә ярҙам итеп йәшәй башлағандар,ти. Вадим әсәһен гел тыңлап, ҡыуандырып ярҙам итеп йөрөр булған. Мәктәптә лә яҡшы уҡый башлаған, күршеләренә лә хөрмәт күрһәткән ти. Ә мөйөштәге сысҡан Вадимдың холҡо яҡшы яҡҡа үҙгәреүенә, уларҙың матур, татыу йәшәүҙәренә ҡыуанып ҡарап ултыра, ти. Вадимдың яҡшы яҡҡа үҙгәреүенә әсәһенең ауырыуы һәм сәйер төш күреүе сәбәпсе була. Әкиәт йомғағымды тамалап шуны әйтәһем килә: «Әсәйҙәрҙең ҡәҙерен белегеҙ был донъяла!»

 

###Минҽң әкиәт
### Башҡорт тҽлҽ көнө
### Мин башҡортса һөйләшәм

                                                                 Котлобаҽва Эмҽлия, 6 йәш. "Ҡояш батыр".
                                                                                                           
Борон-борон заманда йәшәгән, ти, бер әбей менән бер бабай. Уларҙың булған, ти, Ҡояшбатыр исемле улдары. Ҡояшбатыр бик көслө һәм батыр булған. Тыныс ҡына йәшәп ятҡанда, ҡапыл Урал тауҙарында көслө дауыл сыҡҡан, ер тетрәтеп йәшен йәшнәгән. Һауанан яуыз Ҡарағош осоп төшкән. Ул тирә-яҡтағы тереклеккә ағыу сәсеп, бик ҙур зыян килтерә башлаған, ти. Уға ҡаршы сығырға бер кем дә батырсылыҡ итмәй икән. Сыҡҡандарының барыһы ла яуыз суҡышынан үлеп торған, ти.
Ҡояшбатыр сыға Ҡарағошҡа ҡаршы. Өс көн, өс төн тигәндә, күп ҡаршылыҡтар үтеп, Уралтау башына менеп етә. Тауҙың иң түбәһендә алыш башлана.
Ҡояшбатыр Ҡарағоштоң башын сабып өҙә. Сабып өҙөлгән баш урынына яңынан ике баш үҫеп сыға. Улар ете көн, ете төн алыша. Тапаған ерҙәре ҡыҙып, аяҡ аҫтарынан ут янып сыға.
Ҡояшбатыр төнөн бер ҡылысын төшөрөп ебәрә. Ул бер ҡулына ҡылыс урынына ут ала. Был ваҡытҡа тиклем дошманының илле башы үҫеп сыҡҡан була. Ҡарағоштоң башын сабып өҙә бара, өҙгән ерен ут менән яндыра бара батыр. Баштарының кәмей барыуын күреп, өс башына таж кейеп ала яуыз. Тирә-яҡҡа ҡан ҡатыш төкөрөк бөркә башлай.
Ҡарағоштоң баштарын сабып бөтөүгә тағы ете көн кәрәк була. Кешеләр тыныс тормошта йәшәп китә. Ҡарағош тураһында бөтөнләй оноталар.
Байтаҡ йылдар тыныс үтә. Ҡарағоштоң тажлы башлы ауыҙынан сыҡҡан төкөрөгөндә оҙаҡ ваҡыт йәшәй алған орлоҡтар булғанын белмәгән шул бер кем дә. Ошо орлоҡтар бөгөнгәсә йәшәп, көс туплай. Бик шәп тиҙлек менән ер шары буйлап таралып китә. Орлоҡтарҙың да ниндәйе: тажлылары икән! Әле лә уларға ҡаршы Ҡояшбатыр сыҡҡан. Яуыздарҙы еңер өсөн элекке ысулын ҡулланырға уйлай батыр. Алыш йылдар дауам итә. Бөгөн дә ҡыш булыуға ҡарамаҫтан, Ҡояшбатыр эҫе нурҙарын ергә төбәй. Оҙаҡламай яуыз тажлы вирусты еңеренә ышана ул!

 

      Синквейн балаларға бик оҡшай.
Сәк - сәк
тәмле, баллы
бешерәлр, ашайҙар.
 
Сәскә
аҡ, ҡыҙыл
үҫәләр, һулыйҙар
 
Ҡыш
Ҡарлы, һыуыҡ.
өшөтә, семетә